Үрге Ҡыйғы ауылында яңы хоккей майҙансығы асылды. Быйыл март айында район хоккей командаһы республика беренселегендә чемпион булғандан һуң спортсыларға яңы коробка һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Спорт объектын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рифат Ғарипов, район хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Айҙар Ғәйфуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Вадим Сәйфуллин ҡатнашты.
Майҙансыҡты төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүсе “Первый Трест” АСЙ-һы директоры Рифат Ғариповҡа, “Киги Коммунальщик” ЯСЙ-һы директоры Ильяс Усмановҡа, шәхси эшҡыуар Радик Әхмәтйәновҡа, Ҡыйғы ДРСУ-һы коллективына, “ГазСтройИнвест” ЯСЙ-һына рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантананан һуң майҙанға хоккейсылар сыҡты. Ҡыйғы һәм Дыуан районы командалары дуҫтарса матчта үҙ оҫталығын күрһәтте.