Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2018, 18:30

Замана ирекмәндәре

19 декабрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Ирекмәндәр йылын ябыуға арналған волонтерҙар слеты уҙҙы.

19 декабрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Ирекмәндәр йылын ябыуға арналған волонтерҙар слеты уҙҙы. Байрамға Йәштәр үҙәге, Мәсәғүт гимназияһы, лицейы, Республика лицей-интернаты ирекмәндәре генә түгел, бөтә район ауылдарынан да уҡыусылар йыйылғайны. Байрам күңелле нотала башланып китте, алып барыусылар йыл йомғаҡтарын яһағас, ирекмәндәр тураһында видеояҙма күрһәтелде.
Район советы секретаре Айҙар Абдуллин үҙ сығышында барыһын да ҡотлап хәрәкәттең мөһимлеген билдәләне, йылдан-йыл ирекмәндәр күбәйер, хәрәкәт үҫеш алырына ышанысын белдерҙе. Артабан Мәсәғүт лицейы, гимназияһы, педагогия колледжы директорҙарының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙары Алена Белослудцева, Светлана Чистякова һәм Зөләйхә Вәлиәхмәтоваға БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ бихисап ирекмәндәр әүҙем эштәре өсөн район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты тарафынан билдәләнде.
Артабан сәхнә түренә ирекмәндәр отрядтары саҡырылды. Тамаша залы гөрләп торҙо, флешмобтар, тамашасылар менән уйындар һәр кемдең кәйефен күтәрҙе.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: