Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 19:39

2019 – Театр йылы

Рәсәйҙә киләһе йыл театр сәнғәтенә өҫтөнлөк биреләсәк. Президент Владимир Путин указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде.13 декабрҙә Башҡортостанда уға рәсми старт бирелде.

Рәсәйҙә киләһе йыл театр сәнғәтенә өҫтөнлөк биреләсәк. Президент Владимир Путин указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде.13 декабрҙә Башҡортостанда уға рәсми старт бирелде.
Йылға бик мөһим бурыстар ҡуйыла – халыҡ, айырыуса йәштәр араһында театр сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен популярлаштырыу, Ватаныбыҙҙың театр традицияларын һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау, театр эшен ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм театрҙы көндәлек тормошобоҙға индереү.
Театр йылы сиктәрендә тематик күргәҙмәләр һәм квест, оҫталык дәрестәре, яратҡан артист¬тар менән фотосессиялар, экскурсиялар, театрлаштырылған тамашалар, премьера спектаклдәре күрһәтеләсәк. Бөтә дөнья татар конгрессы тарафынан төбәктәрҙәге режиссерҙар өсөн оҫтаханалар үткәреләсәк.
Читайте нас: