Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 19:38

Райондарға “ашығыс ярҙам” машиналары алынды

20 декабрҙә Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәрен алды. Яңы машиналар Балаҡатай, Ҡыйғы, Малаяҙ район үҙәк дауаханаларына ла ҡайтарылды.

20 декабрҙә Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәрен алды. Яңы машиналар Балаҡатай, Ҡыйғы, Малаяҙ район үҙәк дауаханаларына ла ҡайтарылды.
Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән бергә республика дауаханаларының баш табиптарына яңы махсус машина асҡыстарын тапшырҙы.
Тулы приводлы «УАЗ»дар Йылайыр, Ишембай, Мораҡ, Нуриман, Малаяҙ үҙәк район дауаханаларына юлланды.
«Ашығыс» «ГАЗ»дарҙы Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы, Салауат ҡалаһы дауаханаһы, Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы, Туймазы, Бишбүләк, Языков, Иглин, Мәләүез, Баймаҡ, Аҡъяр, балтас, Балаҡатай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Раевка, Үрге Тәтешле, Яңауыл, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханалары алды.
Техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһы Өфөләге «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда уҙҙы. Ленара Иванова Башҡортостан өсөн яңы автомобилдәр һатып алыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләне.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, автомобилдәр иң кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған: үпкәне яһалма елләтеү, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкоза кимәлен экспресс-үлсәү һәм башҡа медицина изделиелары бар. Ашығыс ярҙам автомобилдәренең бөтәһенә лә ГЛОНАСС навигация ҡорамалы ҡуйылған.
Читайте нас: