Вәғәҙә итеүебеҙсә, “Әйлестан” гәзитенә яҙылыусылар араһында велосипед уйнатылды. Төп призды Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан күп балалы әсә Сәғиҙә Моратшина еңде.
- Велосипед отоуымды белгәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Балаларыма Яңы йылға шәп бүләк булды, - ти Сәғиҙә Ғәлиулла ҡыҙы.
Сәғиҙә Моратшина ”Әсәлек даны” миҙалына лайыҡлы бәхетле әсәйҙәрҙең береһе - ул алты бала тәрбиәләй. Оло улы Илмир – Өфө нефть техник университетында, Салауат Өфө йылға училищеһында белем ала. Нәркәс, Нәргизә һәм Илгизәр ауылда мәктәптә уҡый. Кескәй Зәлиә балалар баҡсаһына йөрөй. “Йәйге каникулдар етеү менән велосипедта алмаш-тилмәш елдерәсәкбеҙ”, - ти улар шатлыҡтарын йәшермәй.