Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2018, 16:05

Илдең ҡотон һаҡлаусылар

Үрге Ҡыйғы район үҙәк китапханаһының уҡыу залында ағинәйҙәр форумы үтте.

Үрге Ҡыйғы район үҙәк китапханаһының уҡыу залында ағинәйҙәр форумы үтте.
Был ойошма башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын район йәмәғәт тормошона йәлеп итеү маҡсатында 2014 йылда ойошторолдо. Йыйылышта илленән ашыу ағинәй ҡатнашты. Республика “Ағинәйҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева сараның төп ҡунағы булды.
Залда тыуған яғыбыҙға арналған “Тыуған яғым Ҡыйғы” китаптар күргәҙмәһе эшләне. Осрашыу Д. Ракшин исемендәге тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсиянан башланды. Музей директоры Р. Мирғәлин районда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне.
Район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Н. Низамова йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, “Тамырлы ил – көслө ил” конкурс-эстафетаһы тамамланыуын белдерҙе.
– Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ – ул Ерҙә матурлыҡ булдырыусы, донъяға яңы ғүмер бүләк итеүсе, уны ҡурсалаусы, һөйөү һәм изгелек өләшеүсе зат. Ағинәйҙәр ойошмаһы – ҡатын-ҡыҙҙар коллективы ғына түгел, башҡорт ауылдары халҡының иң изге, инициативалы һәм милләт яҙмышына битараф булмаған өлөшө. Ҡыйғы районы ҡатын-ҡыҙҙары ла, башҡа райондарҙа һымаҡ, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итә, ғаилә статусын нығытыуға, йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерә, – тине үҙ сығышында Гөлфиә Янбаева.
Ойошма ағзалары ауылдарҙа алып барған эшмәкәрлектәре тураһында һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты, борсоған мәсьәләләр тураһында әңгәмәләште. Осрашыу башҡорт йырҙары менән оҙатылып барҙы, милли ризыҡтарҙан торған табын артында сәй эсеү менән тамамланды.
Г. Мирғәлина, ҡыу залы китапханасыһы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: