Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2018, 16:07

Шиғриәт байрамы рухландырҙы

20 декабрҙә Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тәүге тапҡыр яҡташ шағирәбеҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте.

20 декабрҙә Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тәүге тапҡыр яҡташ шағирәбеҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте.
Ижади бәйгелә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, уҡытыусылар , әсәйҙәр – бөтәһе 52 нәфис һүҙ оҫтаһы ҡатнашты, үҙҙәре яҙған шиғырҙары менән сығыш яһаусылар ҙа булды.
Байрамда шағирәбеҙ З. Ханнанованың үҙенең ҡатнашыуы сараға мәртәбә һәм йәм өҫтәне. Бәйге алдынан Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы шиғыр һөйләүселәргә дәртләндереү һүҙҙәрен әйтте, уңыштар теләне.
Шағирәнең нескә күңел донъяһынан урғылған шиғырҙары конкурсанттар тарафынан ихласлыҡ, саф күңеллелек менән башҡарылды. З. Ханнанова еңеүселәргә үҙенең яңы сыҡҡан китабын һәм бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырҙы.
Район мәҙәниәт йортоноң “Әйлеләр” ансамбле тамашасыларҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы. Төрлө ауылдарҙан йыйылған ағинәйҙәр мөнәжәттәр йырланы, ҡул эштәренән, милли ризыҡтарҙан күргәҙмә ойошторҙо, бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Сарала республика “Ағинәйҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ла ҡатнашты. Ул район ағинәйҙәре менән әңгәмә үткәрҙе, киләсәккә пландар билдәләнде.
Шиғыр бәйгеһе ауыл халҡы өсөн, ысын мәғәнәһендә, ҙур байрамға әүерелде, барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе.
- Яҡташтарымдың шул тиклем рухлы булыуына ҡыуандым! Тыуған ауылым Иҫке Хәлилдә Дыуанымдың барса башҡорт ауылдары халҡы йыйылды. Ошо сараны ойошторған район башҡорттары ҡоролтайына, мәғариф бүлегенә, "Ағинәйҙәр" ойошмаһына, Иҫке Хәлил мәктәбе, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә һәм сарала ҡатнашҡан һәр бер кешегә оло рәхмәтемде белдерәм! – тип яҙа үҙ сәхифәһендә Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы.
Юлиә Мөхәмәтйәнова, Иҫке Хәлил ауылы китапханасыһы.
Дыуан районы.
Читайте нас: