Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2018, 16:09

Шыршы оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн

Шыршы оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн

* Яңы йыл байрамына шыршыны һатып алғанда, уның энәләре ҡуйы йәшел төҫтәгеһен һайлағыҙ, улар оҙағыраҡ һаҡлана.
* Шыршыны йортҡа индергәс, аҙыраҡ йылынғанын көтөгөҙ, шунан һуң өҫтөнә өй температураһындағы һыу ҡойоғоҙ. Һуңынан олонон 10 минутҡа эҫе һыуға (60 градус тирәһе) тығып тороғоҙ. Быны шыршының сайыры нығыраҡ сыҡһын өсөн эшләйҙәр, сөнки сайыр энәләрҙең ҡойолоуын бер аҙ тотҡарлай.
* Шыршыны еүеш йылға ҡомо тултырылған күнәккә ҡуйырға мөмкин. Олондоң бысылған еренән 8-10 см ҡайырыһын таҙартҡас, 20-25 см-ға ҡомға батырып ҡуйығыҙ. Былай эшләгәндә олонға дым еңелерәк үтеп инә. Теләһәгеҙ, ҡомға махсус иретмә (1 литр һыуға 1 аспирин таблеткаһы һәм 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо) һибеп торорға була.
*Яңы ҡырҡылған шыршыны ҡәҙимге һыуға ултыртырға ла мөмкин. Тик крандан алынған һыуҙы, хлоры осһон өсөн, бер аҙ асыҡ һауытта тотоғоҙ. Олондоң бысылған еренән 10 см тирәһе ҡайырыһын таҙартып, яңынан 45 градусҡа ҡыялатып ҡырҡығыҙ. Ҡайырыһынан таҙартылған урынды һыу күмеп торорға тейеш. Һыуға глицерин (10 литрға 2 аш ҡалағы) өҫтәгеҙ, булмаһа – ярты балғалаҡ мочевина ҡушырға ла ярай.
* Әгәр шыршыны һыулы һауытҡа ултыртырға теләмәһәгеҙ, олононоң аҫҡы өлөшөн бер нисәгә айырып, шунда махсус иретмәгә манылған йөн туҡыма киҫәген ҡуйырға мөмкин. Иретмә түбәндәгесә әҙерләнә: 1 литр һыуға 3 аш ҡалағы “Нитхинол” (тәҙрә быялаһын таҙартыу препараты), ул булмаһа – 2 аш ҡалағы “Тройной” одеколоны һәм 1 аш ҡалағы глицерин һалырға. Иретмәнең тәьҫир итеү ваҡыты – 10 көн, аҙаҡ уны яңыһы менән алмаштырырға, тағы 10 көн үткәс, таҙа һыуға манып ҡуйырға кәрәк.
Читайте нас: