30 декабрҙән алып 9 ғинуарға тиклем Башҡортостан биләмәһендә 60 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 9 кеше һәләк булған, 88-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Иң күп осраҡта (33) автомобилдәр бәрелешкән, 14 йәйәүле тапалған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 16 мең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 415 машина йөрөтөүсене тотҡан.