Ағымдағы йылдың 1 октябренән Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 4,3 процентҡа индексациялана.
Хеҙмәт министрлығы башлығы Максим Топилинбелдереүенсә, һүҙ ил президенты Владимир Путиндың май указдарында телгә алынмаған бюджет хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.
«Бер кем дә май указдарынан бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең — табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, социаль һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең — эш хаҡын төбәктәге иҡтисад буйынса уртасаға еткереү буйынса талаптарҙы бөтөрмәгән. Беҙ ҙә нисбәтте һаҡлауҙы ҡаты күҙәтеп барабыҙ», — тип билдәләне Топилин.
Шул уҡ ваҡытта ул ошо сараларҙы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ ваҡыты хеҙмәт хаҡын күтәреүҙең үҙ схемаһы булған урындарҙағы хәлгә бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.