Иң күңелле, иң сағыу Яңы йыл, Раштыуа, Иҫке Яңы йыл байрамдары менән бергә уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдары ла үтеп китте. Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы китапханаһында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн бихисап саралар ойошторолдо.
Уҡыусылар мультимедиялы сара барышында бөтә ер шарына сәйәхәт итеп ҡайҙа нисек Яңы йылды ҡаршылауҙарын белде, шулай уҡ Рәсәйҙә байрам үҙенселектәре, йолалары менән танышты. Саф һауала үткән “Ҡар батшалығында, һыуыҡ дәүләтендә” тип аталған күңел асыу сараһында уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ике командаға бүленеп һынауҙар үтте.
“Читай-ка” клубы ағзалары өсөн төрлө әҙәби-уйын сәғәттәре, викториналар, конкурстар, ҡышҡы уйындар үткәрелде. Балалар Яңы йылға ҡағылышлы йәнһүрәттәр ҡараны. Һәр саранан һуң улар үҙҙәре менән каникулда уҡырға китаптар алып ҡайтты.
Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йорто методистары Ания Ғәлина һәм Адик Ғәлин балалар, йәштәр һәм оло йәштәгеләр өсөн ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙе. Йәштәр өсөн 80-се йылдар стилендә ойошторолған Ҡыш Бабай көнө күңелле, ойошҡанлыҡ менән үтте. Ҡыш Бабай конкурстар, бейеүҙәр менән барыһының да кәйефен күтәрҙе. Күршеләр көнөндә Ҡыш Бабай өйҙәр буйлап йөрөп татлы бүләктәр өләште, бәхет-шатлыҡтар теләне.
Уҡыусылар каникулдарын күңелле, фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп, тырышып уҡырға, уңыштар яуларға көс-дәрт тупланы.
З. Сәләхова, Арыҫлан ауылы китапханасыһы.