Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2019, 14:48

Яңы йыл – яңы закондар

Ғинуар башынан илдә яңы закондар ғәмәлгә инде.

Ғинуар башынан илдә яңы закондар ғәмәлгә инде. Гәзит уҡыусылар иғтибарына Рәсәй халҡы өсөн иң мөһим үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
*Быйылдан ҡороған йәки ел ауҙар¬ған ағастарҙы алыу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Республикала халыҡтың 40 процентының ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алғанда, законға үҙгәрештәр индерелеүе граждандар өсөн тик файҙаға ғына булыр, тип ышанғы килә.
*1 ғинуарҙан пенсия тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, пенсия йәше оҙайтылды. Хәҙер ирҙәр – 65 йәштә, ҡатындар 60 йәштә хаҡлы ялға китергә хоҡуҡлы.
*1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионер¬ҙарҙың страховка пенсияһы 7,05 процентҡа артты. Шулай итеп, пенсия күләме Рәсәйҙә уртаса 15,4 мең һумға етә. Социаль пенсия ла 2,4 процентҡа артты.
*Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса пособие күләме арта. Уның минималь күләме – 1500 һум (ошоға тиклем 850 һум ине), максималь күләме 8 мең һум буласаҡ (элек 4900 һум ине). Пенсия алды йәшендәгеләргә 1500 һумдан 11280 һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. 1 ғинуарҙан пособиелар тәүге өс айҙа – уртаса эш хаҡының 75 проценты күләмендә, ҡалған өс айҙа 60 проценты күләмендә түләнә.
*Ғинуарҙа Рәсәй банкының яңы түләү сервисы индерелә. Был система төрлө банктан телефон номеры, электрон почта адресы, мессенджер¬ҙар һәм социаль селтәрҙәр аша клиенттарға тиҙ генә аҡса күсереү мөмкинлеге бирә. Сервис операторы банктар операция башҡарғаны өсөн тариф буйынса ни бары алты һум аҡса аласаҡ. Льготалы ваҡыт та ҡаралған.
*1 ғинуарҙан бәләкәй предприятиеларҙың (юридик шәхестәр) аҡсаһы страховкалана. Был хаҡта 322-се Федераль законда әйтелә. Банк иғәнәләрен страховкалау системаһы бәләкәй предприятиеларға ла ҡағыла. Шулай итеп, банкка аҡса һалып торған эшҡыуарҙар, әгәр кредит ойошмаһы банкрот булһа, 1,4 миллион һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара ала.
*1 июлдән йорт төҙөүсе ойошмалар эскроу-иҫәпкә күсә. Уға ярашлы, фатир һатып алыусылар өлөшләтә төҙөлөш килешеүе төҙөгәс, ошонда аҡсаһын һала. Төҙөлөш компаниялары банк кредитына төҙөлөштө алып бара. Өлөшсөләр аҡсаны йорт төҙөлгәс кенә файҙалана ала.
*НДС артыуға бәйле, “Вымпелком”, “Мегафон”, Теlе 2 операторҙары элемтә өсөн тарифтарҙың артыуы хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: