Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2019, 14:04

“Етегән”дә ҡатнашығыҙ

Башҡортостанда “Етегән-2019” асыҡ республика конкурсы башланды.

Башҡортостанда “Етегән-2019” асыҡ республика конкурсы башланды. Ул “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы” республика башҡорт байрамы нигеҙендә үткәрелә.
Конкурста теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Финал 1 мартта Өфөлә уҙғарыла. Бәйге бер нисә номинация буйынса ойошторола: “Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы иң яҡшы башҡарыу”, “Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында йырҙы иң яҡшы башҡарыу”, “Иң яҡшы парлы бейеү”, “Башҡорт телендә мөхәббәт тураһындағы иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (иң күбе 5 минутлыҡ)”, “Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар”, “Мөхәббәт темаһына иң яҡшы фотолар”, “Башҡорт йырҙары һәм музыкаһы аҫтында “Етегән-2018” байрамына иң яҡшы флешмоб” .
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса һәр номинацияла өс призлы урын билдәләнә. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Конкурс 11 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем дауам итә. Материалдарҙы ҡатнашыусының ғаризаһы менән 25 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә. Ентеклерәк мәғлүмәтте конкурстың рәсми сәхифәһенән алырға мөмкин. Байрам 2016 йылдан алып яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелә.
Читайте нас: