Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2019, 14:03

Килешеү төҙөү зарур

Хәҙер Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә тейеш. Б

Хәҙер Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә тейеш. Был турала БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.

Килешеү төҙөү тәртибе менән төбәк операторҙарының рәсми сайтында танышырға мөмкин: Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарын “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы хеҙмәтләндерәсәк (тел. 8(800)347-80-03, http://sahufa.ru/).

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә бәйле министрлыҡтарҙа “ҡыҙыу линия”лар булдырылды. Уларға эш сәғәттәрендә шылтыратырға мөмкин.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы: 8 (347) 223-32-80;
БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты: 8-937-845-28-42;
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: 8 (347) 218-07-35; 8 (347) 218-07-19;
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: 8 (347) 218-03-90
Читайте нас: