Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2019, 14:07

Уҡытыусылар өлгө күрһәтте

11 ғинуарҙа Мәсетле районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы уҙҙы. Спорт сараһында туғыҙ команда ҡатнашты.

11 ғинуарҙа Мәсетле районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы уҙҙы. Спорт сараһында туғыҙ команда ҡатнашты.
Азарт менән күңелле үткән уҙышта Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейы командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – Башҡорт гимназияһы, өсөнсөлә – Теләш ауылы командаһы.
40 йәштән өлкәндәр категорияһында шәхси беренселектә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Теләштән З.Ғәниева, ир-егеттәр араһында район мәғариф бүлегенән С. Кустиков еңеп сыҡты. 40 йәшкәсә категорияла Башҡорт гимназияһынан Г. Муллағәлиеваға, 1-се лицейҙан Ф. Денисламовҡа етеүсе булманы. Еңеүселәр грамоталар менән бүләкләнде.
***
Яуыш ауылында “Һаулыҡ” спартакиадаһы сиктәрендә уҡытыусылар араһында волейбол ярышы уҙҙы. Спорт сараһында барлығы һигеҙ команда ҡатнашты.
Көсөргәнешле турнир һөҙөмтәһендә беренселекте район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Яуыш һәм Теләш ауылы мәктәптәре командалары бүлеште. Барыһы ла грамоталар менән бүләкләнде.
-Турнирға көслө, сәмле уйынсылар йыйылды. Ярыш бик көсөргәнешле үтте. Көйәрмән булараҡ уҡыусыларыбыҙ беҙҙең өсөн янып-көйөп ултырҙы. Уларға яҡшы өлгө күрһәттек. Алда беҙҙе саңғы ярыштары көтә, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Яуыш ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Абдрахманова.
Уҡытыусылар дәрт, дарман, етеҙлек, еңеүгә ынтылыш кеүек сифаттарын күрһәтте. Уйынсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә саранан яҡшы кәйеф алып таралышты.
Р. Әлимбаева.
Мәсетле районы.
Читайте нас: