Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2019, 13:04

Почтала һыра һатыла

Берәүҙәр ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы нисек көрәш алып барырға белмәгәндә, урындағы сауҙа кибеттәрендә эшҡыуарҙарҙы алкоголле эсемлектәр һатыуҙы туҡтатырға өндәгәндә “Рәсәй почтаһы” үҙ бүлексәләренә һыра һатыуҙы индерҙе.

“Рәсәй Почтаһы”ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алкоголле эсемлектәр республиканың 190 почта бүлексәһендә һатыласаҡ. Уларҙың күпселеге ауылда урынлашҡан. Былай ҙа хәле мөшкөл был тармаҡтың хәлен аңлайбыҙ ҙа бит, ҙур табыш та кәрәктер. Әммә эшһеҙлек, эскелек хөкөм һөргән ауылдар өсөн был хәүефле күренеш. Почта, әлбиттә, закон сиктәрендә эшләй, һыра һатыу талаптарын да үтәй. Былай булғас, айнымайбыҙ икән, йәмәғәт.
Читайте нас: