Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин халыҡ менән осрашып уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында эш сәфәре менән Йонос ауыл советында булды. Сәфәр барышында Әнис Ҡасим улы фельдшер-акушерлыҡ пунктында медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар менән әңгәмәләште.
-ФАП-та яҡты, таҙа һәм уңайлы. Иң мөһиме, бында медицина хеҙмәткәрҙәренең күңел йылылығы тойола. Күптән түгел уларҙың тормош иптәштәре тырышлығы менән бинаға косметик ремонт яһалған, - тине Әнис Әсәҙуллин.
Йонос ауыл мәҙәниәт йорто ла район башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы.
-Бинаға етди ремонт талап ителһә лә, хеҙмәткәрҙәр төшөнкөлөккә бирелмәй. Уларҙың оптимизмы, тырышлығы, эштәренә тоғролоғо һәм һөйөүе ҡыуандыра. Мәҙәниәттә осраҡлы кешеләр булмай, был эш талантлы һәм хисле кешеләр эше, - тине мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдереп Әнис Әсәҙуллин.
Ауыл активы менән осрашыу мәктәптә үтте. Район хакимиәте башлығы халыҡты борсоған һәр һорауға етди һәм тулы яуап, аңлатма бирҙе. Урамдарҙы яҡтыртыу, сүп-сар сығарыу, эскелек кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды. Һәр һорау теркәлеп, контролгә алынды.