Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2019, 13:07

Афарин, ҡыҙҙар!

9-13 ғинуарҙа Шишмә ҡасабаһында 9-11 кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса “КЭС-БАСКЕТ” республика ярышының финалы уҙҙы.

9-13 ғинуарҙа Шишмә ҡасабаһында 9-11 кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса “КЭС-БАСКЕТ” республика ярышының финалы уҙҙы. Сарала район этабында беренсе-икенсе урын яулаусы 12 команда ҡатнашты. Төньяҡ-көнсығыш төбәгенән Үрге Ҡыйғы 2-се мәктәбе һәм Малаяҙ Башҡорт гимназияһы командалары үҙ райондарының намыҫын яҡланы.
Көсөргәнешле өс көнлөк алыш барышында Малаяҙ ҡыҙҙары Борай һәм Бүздәк район командаларынан ҡалышып өсөнсө урын алыуға өлгәште, ҡыйғылар дүртенсе урынға сыҡты. Малаяҙ Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Кәмилә Сәләхова “Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы” номинацияһында еңеү яуланы. Ҡыҙҙарҙы баскетбол уйыны серҙәренә тренер Михаил Бычков төшөндөрә. Команда кубок, миҙалдар һәм грамота менән бүләкләнде.
-Был спорт төрөн яратам, һигеҙ йыл дауамында шөғөлләнгән дәүерҙә биш йыл рәттән “КЭС-БАСКЕТ”та ҡатнашам. Еңеүҙәр, еңелеүҙәр булды. Быйыл мәктәпте тамамлағас, был сезон минең өсөн һуңғыһы. Атай-әсәйемә, тренерыбыҙға, йылдар буйы берҙәмләшеп, дуҫлашып бөткән ҡыҙҙарға рәхмәт әйткем килә,- ти Кәмилә.
Еңеү артында, әлбиттә, ҡыҙҙарҙың даими тренировкалары, ныҡышмаллығы һәм тренерҙарының тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе ята. Финалда 1-4-се урын алыусы командалар февраль айында үтәсәк төбәк ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: