Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2019, 13:04

Күп балалыларға – 600 мең

Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә пособие түләү күҙаллана.

Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә пособие түләү күҙаллана.
Уҙған йылдың ноябрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға үҙгәрештәр ҡабул ителгәйне. Хөкүмәт президиумы ултырышында ошондай ғаиләләргә аҡсаны түләү тәртибе һәм уның күләмен билдәләнгән ҡарар ҡабул ителде.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников белдереүенсә, бер тапҡыр бирелә торған пособиеға йыллыҡ сығым 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк. Башҡортостанда һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә.
2015 йылдан бөгөнгәсә республикала туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 28 ғаилә аҡсалата түләү алған. Ошо маҡсатҡа бюджеттан 17,7 миллион һум бүленгән.
Читайте нас: