Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2019, 12:44

Уҡытыусылар бәйге тотто

Үткән аҙнала Оло Ыҡтамаҡта “Йыл уҡытыусыһы-2019” район конкурсының финалы уҙҙы.

Үткән аҙнала Оло Ыҡтамаҡта “Йыл уҡытыусыһы-2019” район конкурсының финалы уҙҙы. Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә иң көслө педагогтар йыйылды. Бәйгелә ҡатнашҡан ун алты уҡытыусының алтыһы финалда үҙ оҫталығын күрһәтте.
Әләгәҙ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльмира Зәләева , Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айтуған Таһиров, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Роза Һаҙыева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушина, Оло Аҡа мәктәбенең математика уҡытыусыһы Илмира Дилмөхәмәтова, Дыуан-Мәсетле ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флорида Сәлихова төрлө фәндәрҙән уҡытһа ла, уларҙы һайлаған һөнәрҙәренә һөйөү һәм тоғролоҡ берләштерә.
Ҡатнашыусылар “Визитка”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Педагогик совет” конкурстарында үҙ көсөн һынаны. Уҡытыусылар артислыҡ оҫталығын, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуын, үҙ предметын төптән белеүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә беренсе урынға Оло Аҡанан Илмира Дилмөхәмәтова лайыҡ булды. Флорида Сәлихова – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, Айтуған Таһиров – “Йәш уҡытыусы”, Нина Ярушина – “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, Эльмира Зәләева – “Һөнәргә һөйөү һәм тоғролоҡ”, Роза Һаҙыева “Ижади эҙләнеү һәм ҡомар” номинацияһында билдәләнде.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: