Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2019, 12:38

Балаҡатай районында яңы дауахана буласаҡ

Балаҡатай районы Урғала ауылында быйыл табип амбулаторияһының яңы бинаһы проектлана.

Балаҡатай районы Урғала ауылында быйыл табип амбулаторияһының яңы бинаһы проектлана.
Былтыр 30 декабрҙә урындағы халыҡ төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошондай үтенес еткергәйне. Радий Фәрит улы урындағы дауахана участкаһын капиталь ремонтлау йәки яңы бина һалыу мәсьәләһе граждандарҙың йыйылышында хәл ителергә тейеш, ә республика тейешенсә аҡса бүләсәк, тигәйне.
Урғала ауылы халҡы яңы дауахана кәрәк тигән ҡарарға килде. Республика етәксеһе яңы амбулатория бинаһы төҙөү тураһында күрһәтмә бирҙе. Әйткәндәй, әүәлге медицина учреждениеһы 1979 йылда уҡ эшләй башлаған. 40 йыл эсендә бина бик иҫкергән. Көндөҙгө стационарҙа бында 15 урын бар. Пациенттарҙы терапевт, педиатр ҡабул итә, теш табибы һәм лаборант эшләй.
Тиҙҙән халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Декабрҙәге осрашыуҙа урғалылар Радий Хәбировтан ошо мәсьәләне лә хәл итеүҙә ярҙам һорағайны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, башҡа ведомстволар етәкселәре ҡатнашыуындағы осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, халыҡ дарыу артынан район үҙәгенә йөрөмәһен өсөн препараттар аҙна һайын ауылға килтереләсәк, тине.
Ошо көндәрҙә үткән “Сәләмәтлек сәғәте”ндә Радий Хәбиров Балаҡатай үҙәк район дауаханаһының баш табибы менән видеоселектор аша һөйләшкәндән һуң, дарыуҙар темаһын ябырға кәрәк, тине.
Читайте нас: