Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2019, 12:35

Салауаттың шәп егете

Малаяҙ ауылы егете Илмир Арыҫланов “Мистер БДМУ” конкурсында еңеп, сит илгә юллама менән бүләкләнде.

Малаяҙ ауылы егете Илмир Арыҫланов “Мистер БДМУ” конкурсында еңеп, сит илгә юллама менән бүләкләнде.
Илмир Башҡорт дәүләт медицина университетының Педиатрия факультетында, өсөнсө курста уҡый. Тырыш егет уңышлы белем алып ҡына ҡалмай, спорт менән дә бик әүҙем шөғөлләнә. Футбол менән мауыға, “Өфө” футбол клубының юниорҙар йыйылма командаһы составында Рәсәй һәм Европа ярыштарында ҡатнашҡан. Уның төрлө чемпионаттарҙа яуланған 40-тан ашыу кубогы һәм миҙалы бар.
“Мистер БДМУ” конкурсында Илмир Гран-приҙан тыш, “Мистер – спорт юғарылыҡтарын алыусы” титулын да яуланы. Бәйгелә еңеүе өсөн ул Ҡытайға юллама менән бүләкләнде. Илмир унда бер юлы уҡыу практикаһын да үтәсәк.
Читайте нас: