Мәғариф министрлығы көслө һыуыҡтар осоронда ниндәй температурала балаларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин булыуы тураһында хәбәр итте.
Башҡортостанда көслө һыуыҡтар осоронда дәрестәрҙе үткәрмәү тураһында ҡарарҙы, климатты, ағымдағы һауа шарттарын һәм уҡыусыларҙың грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәлен иҫәпкә алып, һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта баланы белем усағына ебәреү-ебәрмәү ата-әсәнән тора. Ләкин мәктәп теләһә ниндәй температурала эшләргә тейеш, тип белдерҙеләр ведомствола.
Санитар нормаларға ярашлы, ауыл мәктәптәрендә башланғыс кластарға — 23 градус, ҡала мәктәптәрендә — 25 градус һалҡында, 5-9 класс уҡыусыларына — 25- 27 градус һыуыҡта уҡырға бармаҫҡа мөмкин. 10-11 класс уҡыусылары 30-32 градус һалҡын булғанда дәрес ҡалдыра ала.