2019 йылда Башҡортостан тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә түләү өсөн федераль бюджеттан 2,6 миллиард һум аҡса ала. Шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ пособиелар түләүгә ике кимәлдәге бюджеттан 752 миллион һум бүленә, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт министрлығы.
Беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләү быйыл 9182 һум тәшкил итә (2018 йылда 8892 һум ине). Ул ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 328 һум булған осраҡта тәғәйенләнә (2018 йылда —14 247 һум) һәм бала йәш ярымға еткәнсе түләнә.
Быйыл тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме элеккесә ҡала – 8993 һум, пособие өс йәшкәсә түләнә. Түләүгә йән башына уртаса килеме 8975 һумдан артмаған ишле ғаиләләр хоҡуҡлы (әлеге мәлдә республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәле шундай).