Өфөлә Башҡортостандың Милли музейында “Янғантау” геопаркы: кисә, бөгөн, иртәгә” фотокүргәҙмәһе асылды. Уны Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Салауат районы хакимиәте һәм “Бельские просторы” журналы мөхәрририәте ойошторған.
Күргәҙмәгә батша фотографы Сергей Прокудин-Горский төшөргән фотоларҙың төҫлө күсермәләре ҡуйылған. Төп нөсхәләре иһә АҠШ Конгресы китапханаһында һаҡлана. Прокудин-Горский махсус вагонда Көньяҡ Урал, шул иҫәптән хәҙерге Салауат районы биләмәһе буйлап сәфәр ҡылған, Златоуст тимер юлында күпләп фотоға төшөргән, Яхъя башҡорт ауылында булған.
Бында шулай уҡ заманса кадрҙарҙы ла күрергә мөмкин. Уларҙы Рус география йәмғиәте ағзалары Салауат районында батша фотографы эҙҙәренән сәфәр ҡылғанда төшөргән. “Янғантау” геопаркының үҙенсәлекле тәбиғәте сағылған һүрәттәр айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.