Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар 2019, 13:47

Башҡортостанда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы датаһы һәм форматы билдәләнде

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл 28-29 июндә уҙа. Сираттағы ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары тап ошо датаны раҫланы.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл 28-29 июндә уҙа. Сираттағы ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары тап ошо датаны раҫланы.
Ойошманың матбуғат секретары Айгөл Шәрәфетдинова хәбәр итеүенсә, съездың тәүге көнөндә пленар ултырыштан һуң ете секция эшләй. Башҡарма комитет уларҙың йүнәлештәрен билдәләне. Улар – милли мәғариф, тарих һәм мәҙәниәт, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, демография, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ проблемалары, ваҡытлы матбуғат һәм мәғлүмәт сәйәсәте, башҡорт йәштәре, ер, эшҡыуарлыҡ һәм туризм  мәсьәләләре. Секцияларҙың йөкмәткеһе, форматы һуңғараҡ аныҡлана.
Съезға делегаттар һайлау буйынса түбәндәге формула билдәләнде: республикала 4 мең кешегә – бер делегат, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 3 мең кешегә – бер делегат. Уларҙың 30% әүҙем йәштәр булырға тейеш. Кандидаттарҙы һайлап алыу буйынса шарттар ҡаты, был документ урындағы ҡоролтайҙарға ебәрелә.
Йыйындың икенсе көнө Ишембай районында уҙа. Торатау янында Ҙур Урал һабантуйын ойоштороу күҙаллана. Уның барышында ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышы ла ҡаралған.
Ултырышта Башҡарма комитеты ағзалары ағымдағы йылға төп саралар планын, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын уҙғарыуҙы ҡараны һәм раҫланы.
Шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны үткәреү барышында «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын эшләргә хәл ителде, шуға бәйле проект өсөн яуаплы эксперт комиссияһы тулыландырылды һәм раҫланды.
Читайте нас: