Башҡортостанда бер көндә янғында өс баланың ғүмере өҙөлдө.
24 ғинуарҙа иртән Иглин районының Октябрьский ауылында шәхси йортта янғын сыҡты. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ут менән көрәшеүселәр ваҡиға урынына килеп етеүгә өйҙөң ҡыйығы емерелеп төшкән була. Ике сәғәттән янғын һүндерелә.
«Һүндереү барышында 38 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың, 2013 һәм 2017 йылғы ике ҡыҙҙың мәйете табылды. Хәҙер янғынды бөтөрөү эштәре дауам итә. Фажиғә сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөм асыҡларға тейеш», — тип хәбәр иттеләр төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Йортта янғын сығыу сәбәптәрен билдәләү маҡсатында бер нисә эксперт тикшереүҙәре тәғәйенләнгән.
Шул уҡ көндө кис Учалы районының Беренсе Май ауылында ҡыҙ бала утта янып үлде. Был йортта ҡатын ике балаһы — дүрт йәшлек улы,бер йәшлек ҡыҙы һәм өйҙәш ире менән йәшәгән. Фажиғә ваҡытында өлкәндәр малай менән бергә күршеләрендә булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә йоҡлап ятҡан.
Балаларҙың әсәһе әйтеүенсә, ул ире һәм улы менән күршеләренә бәлеш бешерергә ингән, сөнки үҙҙәренең өйөндә мейес юҡ. Уның һүҙҙәренсә, фажиғәнән һуң ҡатын дауаханаға оҙатылған. Улы хәҙер туғандарында. Февралдә ҡыҙыҡайға ике йәш тулыр ине.
Янғын төҙөк булмаған сым арҡаһында сыҡҡан тигән фараз бар.