Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 13:32

Балалар – балаларға

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” тигән яңы хәйриә проекты башлана.

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” тигән яңы хәйриә проекты башлана.
Сара ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, инвалидтарға, етемдәргә, шулай уҡ музыка һәм художестволы сәнғәт менән шөғөлләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙыуға, республика ҡала-райондарында ижад өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән.
– Проекттың идеяһы шундай: йыл буйына йәш музыканттар республика балалар йорттарында һәм дауаханаларында, мәҙәниәт һарайҙарында һәм концерт залдарында сығыш яһай, ә билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен бирә, – ти фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин
30 ғинуарҙа Благовещен сәнғәт мәктәбендә һәм Үҙәк район дауаханаһында тәүге концерттар уҙҙы. Бер йылда проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала-районында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.
Барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу һәм уларҙы ҡарау бушлай. “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла. Проектты ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.
Читайте нас: