Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 13:29

Ленинград блокадаһы – сыҙамлыҡҡа һынау

Ошо көндәрҙә республиканың ҡала һәм райондарында “Блокада икмәге” акцияһы уҙғарылды.

Ошо көндәрҙә республиканың ҡала һәм райондарында “Блокада икмәге” акцияһы уҙғарылды. Ул 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналды. Сараның маҡсаты — йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптары менән таныштырыу, рухи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеү.
Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында “Йәштәр үҙәге” педагогтары һәм волонтерҙары тарафынан әҙерләнгән ошондай акция уҙҙы. Сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар, эҙәрмәндәр отряды ағзалары ҡатнашты. Улар алдында район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе А. Ширяев, хәрби комиссариаттың мобилизация бүлеге начальнигы А. Могильников, район ветерандар советы рәйесе А. Свечникова, “Йәштәр үҙәге”нең “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды командиры М. Чигвинцев, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Л. Морозова сығыш яһаны.
Германия ғәскәрҙәре Ленинградты 1941 йылдың сентябрендә ҡамауға ала. Ҡала 900 көн буйынса оло ер менән бәйләнешһеҙ көн күрә. Аслыҡ арҡаһында унда 632 мең кеше вафат була. Аҙыҡ-түлек етешмәгән ҡалала “икмәк карточкалары” ғәмәлгә индерелә. Мәҫәлән, башта эшселәргә 800 грамм икмәк тейеш була. Әммә, норма түбәнәйтелгәс, 1941 йылдың декабренә эшселәргә максималь норма 200 грамм, башҡалар өсөн 125 грамм тәшкил итә. Ҡаланы ҡоршауҙан азат итеүҙә Башҡортостандан меңәрләгән яугир ҡатнаша. 462 яҡташыбыҙҙың исеме герой- ҡаланың “Хәтер китабы”на индерелгән. Пискарев зыяратында Ленинград өсөн һуғыштарҙа һәләк булған Башҡортостан яугирҙары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Сарала ҡатнашыусылар Ленинград блокадаһы ҡорбандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Блокада шаһиттары иҫтәлектәренә таянып әҙерләнгән документаль фильм бер кемде лә битраф ҡалдырманы.
“Йәштәр үҙәге” волонтерҙары теләгән һәр кемгә 125 грамлыҡ блокада икмәген таратты. Мәҙәниәт йорто фойеһында “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды тапҡан экспонаттарҙан күргәҙмә эшләне.
З. Ғәлләмова.
Дыуан районы.
Читайте нас: