Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 13:27

Йәштәр форумы

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда “Киләсәккә ынтылған Башҡортостан йәштәре” форумы үтте.

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда “Киләсәккә ынтылған Башҡортостан йәштәре” форумы үтте.
Сара барышында төньяҡ-көнсығыш райондарынан йөҙҙән ашыу уҡыусы һәм студент төркөмдәргә бүленеп, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары Наталья Бауэр һәм Айһылыу Ғәләмшина етәкселегендә социаль проекттар уйлап сығарыу өҫтөндә эшләне. Жюри ағзаларына тәҡдим ителгән унлаған проекттың иң яҡшылары аҡсалата ярҙам алды. Башҡорт гимназияһына, Түбәнге Баба һәм Әләгәҙ ауылы мәктәптәренә йәштәрҙең ижади инициативаһын тормошҡа ашырыу өсөн грант сертификаттары тапшырылды.
Форум сиктәрендә Ирекмәндәр йылын ябыуға арналған фестиваль үтте, йыл һөҙөмтәләре буйынса иң шәптәр бүләкләнде. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Бергә” клубы етәксеһе А. Хәлиловаға, “Берҙәмлек” клубы етәксеһе Н. Бауэрға, “Юнармия” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Р. Дистановҡа, БР Бельск казактар ғәскәре йәмәғәт ойошмаһының Оло Ыҡтамаҡ бүлексәһе етәксеһе Ю. Сәфиуллинға, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитет етәксеһе З. Рәхимҡоловаға ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
А. Ишмөхәмәтова.
Читайте нас: