Башҡортостандың ун ҡала һәм районынан 58 спорт мәктәбе республика бюджетынан субсидия аласаҡ. Бындай ҡарар Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ҡабул ителде.
«Республика бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары спорттың 28 төрө буйынса 1177 спортсы өсөн экипировка, инвентарь һәм ҡорамал алырға тейеш», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.
Бүленгән аҡсаға спорт мәктәптәре республиканың йыйылма командалары ағзаларын әҙерләү һәм тәрбиәләү программаларын тормошҡа ашыра.