Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2019, 13:20

Һаҡ булығыҙ, бүреләр!

Был аҙнала Балаҡатай һәм Салауат райондарында бүреләрҙең ауылдарға яҡынлашыуы теркәлгән.

Был аҙнала Балаҡатай һәм Салауат райондарында бүреләрҙең ауылдарға яҡынлашыуы теркәлгән. Балаҡатай районы Айғыръял ауылы халҡы урамға сығырға ҡурҡа, бында бүреләр һөжүменән бер эттең башы ғына ҡалған, тигән хәбәр йөрөй.
Урындағы һунарсылар Р. Ғәлләмов, Э. Усманов, С. Ведров, С. Денисов тиҙ арала йыртҡыстарға ау ойоштора, һөҙөмтәлә дүрт бүре атып алына.
Салауат районы Шәрәк ауылында иһә һунарсы А. Садиҡов ҡуйған ҡапҡанға бүре үҙе килеп эләккән. Һунарсы хәбәр итеүенсә, тоҙаҡты ул ауыл тирәһендә бүреләр йөрөүен ишетеп, эҙҙәрен күргәс ҡуйған. Айбулат Садиҡов тоҙаҡ янында өйөрҙөң башлығының ҙур эҙҙәре ҡалыуын, тағы ла дүрт бүрене ауларға кәрәклеген белдерә.
Белгестәр бүреләрҙең әүҙемләшеүен популяцияның артыуына, шулай уҡ ҡарҙың аҙ булыуына бәйләй, шул арҡала уларҙы аулау ҙа ҡыйынлаша. Февраль айы - бүреләрҙең “туй осоро”, шуға күрә улар тағы ла аяуһыҙыраҡҡа әйләнә.
Читайте нас: