Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2019, 13:15

“Бәйләнештә” Радий Хәбировтың аккаунтын раҫланы

“Бәйләнештә” социаль селтәре етәкселеге Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәхифәһен рәсми раҫланы. Уның исеме янында сәйәсмәндең ысын аккаунты икәнен белдергән махсус билдә тора.

Социаль селтәр ҡағиҙәләре буйынса, верификациянан һуң Радий Хәбировтың сәхифәһе эҙләгән саҡта беренсе урынға сыға. Шул рәүешле сит «фейк» аккаунттар республика Башлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә теләгән төбәк халҡының иғтибарынан ситтә ҡала. Әле Радий Хәбировтың «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә 104 мең яҙылыусы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров башҡа социаль селтәрҙәрҙән дә аккаунттарын раҫлауын һораған. Уның Инстаграмда, Фейсбукта, Класташтарҙа ла сәхифәһе бар.
Читайте нас: