Бөрө ҡалаһында XXV “Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы үтте. Сарала 38 солист, 8 вокаль, 17 хореография һәм 20 вокаль-инструменталь ансамблдәре – барлығы 400-ләгән кеше үҙ һәләтен күрһәтте. Конкурста Башҡортостандан тыш, Пермь крайы һәм Һамар өлкәһенән йәш таланттар ҡатнашты.
Фестиваль йыл һайын яңы исемдәр аса. Был юлы ла ижади мөхиттә конкурсанттар өс көн дауамында көс һынашты. Төньяҡ-көнсығыш төбәге йәштәренә лә бәйгелә уңыш йылмайҙы. Салауат районы Янғантау ауылы һылыуы, “Голос.дети” телевизион шоуы финалисы Наҙгөл Отузова “Адажио” йырын башҡарып II дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
Дыуан районынан фестивалдә төньяҡ-көнсығыш электр селтәрҙәренең “TESLA” вокаль-инструменталь ансамбле ҡатнашты. 2016 йылда барлыҡҡа килгән төркөмдөң ойоштороусыһы, солисы һәм гитарисы экологик хәүефһеҙлек буйынса инженер Ильяс Сафин. Төркөм составында шулай уҡ Альберт Каев, Евгений Голдырев, Елена Пеленева сығыш яһай. “Керәшен һыуыҡтары” фестивалендә “TESLA” ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнде.