Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2019, 13:52

Юлда 549 кеше һәләк булған

2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә 40 383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлгән, 5 494-е йәрәхәтләнгән.

2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә 40 383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлгән, 5 494-е йәрәхәтләнгән.
Башҡортостан ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, 26 ҡала һәм районда юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанының артыуы күҙәтелә. Айырыуса Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында, шулай уҡ Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондарында үлемесле автоаварияларҙың артыуы теркәлде. Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә күҙәтелә.
Республикала аварияларҙың төп сәбәптәре: ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлек режимын арттырыу, йәйәүлеләр үткәүеленән йөрөүҙе, светофор сигналы талаптарын боҙоу.
Читайте нас: