3 февралдә Салауат районында ҡурҡыныс авария булған: Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы менән «Freightliner» автоцистернаһы төкөшкән.
Автоцистерна менән Силәбенән 41 йәшлек ир-егет идара иткән. Бәрелешкәндән һуң «Mercedes- Benz Sprinter» автобусы автоцистернаның баҫҡысын эләктереп алған.
Автобус “Ҡарағай” шифаханаһы – Өфө” маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Авария ваҡытында салонда 12 пассажир булла. 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙ ҡаза күргән, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарылған. Ҡалған пассажирҙар өҫтәлмә автобус менән юлын дауам иткән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Дыуан районында Таҙтүбә-Мәтәле-Красноуфим автомобиль юлының 20 километрында «Mitsubishi Lancer» һәм ВАЗ-2115 автомобилдәре төртөлгән.
Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-2115 автомобиленең 21 йәшлек водителе һәм уның 21 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. ЮХХДИ бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, “Mitsubishi “ авотомобиле водителе медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан.