Башҡортостанда ҡайһы бер мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына 1 апрелдән үк күсергә мөмкин. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында ошо хаҡта белдерҙе.
«Республика етәксеһе Радий Хәбиров мәктәптәрҙә яңыса уҡытыу форматын иғлан иткәс тә ошо мәсьәләне ентекле өйрәнергә тотондоҡ. Тәүге тулҡын 1 апрелдән үк башланыр тип күҙаллана. Йәғни дүртенсе сиректән белем биреү ойошмаларының бер өлөшө биш көнлөк режимға күсер, моғайын», — тине Айбулат Хажин.
Ҡалған мәктәптәр, уның һүҙҙәренсә, «биш көнлөк»кә 2019 йылдың 1 сентябренән күсә.
Мәғариф ведомствоһы етәксеһе ата-әсәләр һәм уҡытыусылар берләшмәһенең иғтибарын биш көнлөк уҡыу режимына күсеү фәндәр һанын ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тотмауына йүнәлтте.
Уҡытыусылар аҙнаны планлаштырғанда ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алырға бурыслы. Атап әйткәндә, көнөнә уҡыу йөкләмәһе беренсе класс уҡыусылары өсөн дүрт, 2-4 класс уҡыусылары өсөн биш, 5-6 класс уҡыусылары өсөн алты һәм 7-11 класс уҡыусылары өсөн ете дәрестән артмаҫҡа тейеш.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике сменала эшләгән мәктәптәр ҙә күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәр 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла һәм уҡыу киске сәғәт 7-лә тамамлана.
Шуны билдәләп үтәйек: социаль селтәрҙә асыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 95% ашыуы Башҡортостанда биш көнлөк уҡыу аҙнаһын индереү өсөн тауыш биргән.