Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2019, 13:11

Киҙеү менән сирләүселәр һаны арта

Уҙған аҙнала, 26 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны артҡан.

Уҙған аҙнала, 26 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны артҡан.
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе, республиканың баш дәүләт санитар табибы Евгений Степанов Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Үткән аҙналағы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 26 мең осрағы теркәлде. Уларҙың 64% — балалар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда республикала сирҙең эпидемия сиге 28% артты», — тине Евгений Степанов.
Уның һүҙҙәренсә, ауырыуҙарҙың күпселеге — республиканың баш ҡалаһында. Бер аҙнала Өфөлә был һан 8 мең кешегә етте.
Евгений Степанов билдәләүенсә, мәғариф учреждениеларын карантинға ябыу тураһында һөйләү иртәрәк.
Читайте нас: