Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2019, 11:17

Студенттарға йүнәлтмәләр артасаҡ

Республика маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған студенттар һанын 5-15 проценттан 65-70 процентҡа тиклем арттырырға йыйына.

Республика маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған студенттар һанын 5-15 проценттан 65-70 процентҡа тиклем арттырырға йыйына.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин Өфөлә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының “Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге” форумында ошо турала белдерҙе.
Һәр вуз уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәрҙең производствола эшләүен теләй. Ләкин производство күп кенә позициялар буйынса белгес унда нығынып ҡалһын өсөн уның мәнфәғәттәрен тәьмин итмәй, тине Раил Әсәҙуллин.
Спикер һүҙҙәренсә, быйыл мәғарифҡа йүнәлтелгән бюджет аҡсаһы 2018 йылда ошо маҡсатҡа, шул иҫәптән йүнәлтмәле белгестәр әҙерләү бүленгән аҡсаға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк.
Читайте нас: