Балаҡатай районында яңы проект – сәләмәт йәшәү рәүеше марафонына старт бирелде. Уның сиктәрендә йыл дауамында район ауылдарында халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Марафондың ойоштороу комитеты ауылдарға барып халыҡ менән әңгәмәләр, скандинавса йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, төрлө спорт сараларында ҡатнашырға өндәй .
Ошо көндәрҙә Яңыбай ауылында марафонды асыу сараһы уҙҙы. Тантанала район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миниғәлин, ауыл биләмәһе башлығы Раил Шакиров ҡатнашты. Яңыбайҙар ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, йыр-моң һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Иң әүҙемдәр ауыл урамдары буйлап йөрөп халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәне.
Акция һөҙөмтәһендә халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу буйынса иң яҡшы саралар ойоштороусы ауыл биләмәләре иғлан ителәсәк, проекттың әүҙем ҡатнашыусылары бүләкләнәсәк.
Бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Иң мөһиме - унда ололар, йәштәр менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнаша һәм сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәтен төптән аңлап үҫә.