Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2019, 13:16

Сәхнә йондоҙҙарынан кәм түгелдәр

5 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Мәсетле, Салауат райондары буйынса эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында XX ижад фестивале үтте.

5 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Мәсетле, Салауат райондары буйынса эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында XX ижад фестивале үтте. Быйыл сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды.
Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов һәм район эске эштәр бүлеге начальнигы Эдуард Әбсәләмов ҡунаҡтарҙы сәләмләп барыһына ла уңыштар теләне. Рәсәй гимнын аяғүрә баҫып тыңлағандан һуң фестиваль асыҡ тип иғлан ителде.
Йыр-моңһоҙ, бейеүһеҙ кешенең тормошон күҙ алдына килтереү мөмкин түгелдер. Фестиваль ошо һүҙҙәргә асыҡ дәлил булды. Хоҡуҡ һаҡсыларының оператив, мөһим хеҙмәте тынғыһыҙлығы менән айырылһа ла, улар үҙешмәкәр сәнғәткә лә ваҡыт таба икән. Йыр-бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, күңелгә үтерлек шиғри юлдар – барлыҡ сығыштар ҙа тамашасыны һоҡландырҙы, оҫталарса башҡарылды. Төрлө вазифала, званиела булыуҙарына ҡарамаҫтан,һәр кем үҙен сәхнәлә иркен тотто, матур костюмдар сараға йәм өҫтәне.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса гран-прины Дыуан районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре яуланы. Беренсе урынды Балаҡатай һәм Салауат райондары бүлешһә, икенсе урында - Ҡыйғы районы, өсөнсөлә - Мәсетле һәм Ҡариҙел райондары.
Патриотик йөкмәткеле фестиваль хоҡуҡ һаҡсылары ҙур талант эйәләре булыуын иҫбатланы, алты райондан йыйылған полиция хеҙмәткәрҙәрен йыр-моң ярҙамында берләштерҙе, дуҫлаштырҙы.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Читайте нас: