Думала ҡаралған документҡа ярашлы, сабый тыуғандан һуң ирҙәргә ун көнлөк ял бирелергә тейеш. Эш хаҡының да һаҡланып ҡалыуы шарт. Проект авторҙары фекеренсә, ғәмәлдәге закон ирҙәр мәнфәғәттәрен тейешенсә яҡламай. Әлеге законға ярашлы, сабый тыуғанда атай кеше 5 көнлөк ялға хоҡуҡлы, әммә эш хаҡы һаҡланмай.