Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2019, 14:58

Марафон – Исҡушта

Балаҡатай районында старт алған сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы марафонды Түбәнге Исҡуш ауылы ҡабул итте.

Балаҡатай районында старт алған сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы марафонды Түбәнге Исҡуш ауылы ҡабул итте.
Сара баян моңона, йыр-бейеүгә бай булды. Исҡуш ауылы “Балалайка” рус халыҡ инструменттары ансамбле менән дан тота. Ансамбль етәксеһе Виктор Патраков, клуб ағзалары ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.
Ауыл мәҙәниәт йортонда физкультура менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмә булдырылған. Сара барышында ауыл халҡы өсөн күнекмәләр күрһәтелде. Ауыл советы башлығы Марина Каева спорт сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы грамоталар менән билдәләп үтте.
Читайте нас: