Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2019, 14:00

Район хакимиәте башлығы – Ҡөлмәттә

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов инициативаһы буйынса Ҡөлмәт ауылында халыҡ йыйылышы уҙҙы. Халыҡты иң борсоған һорауҙарҙың береһе – ауылға газ үткәреү йыйылыштың төп темаһы булды.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов инициативаһы буйынса Ҡөлмәт ауылында халыҡ йыйылышы уҙҙы. Халыҡты иң борсоған һорауҙарҙың береһе – ауылға газ үткәреү йыйылыштың төп темаһы булды.
Тәүҙә проектҡа ярашлы газ үткәргесте Силәбе өлкәһе Межевой ҡасабаһынан һуҙыу планлаштырыла ине. Ләкин ерҙәрҙең ҡайһы бер өлөшө Гослесфонд һаҡлаулы урмандар категорияһына күсерелеү һәм башҡа техник сәбәптәр буйынса был эш кисектерелеп торҙо.
Һорау әүҙем тикшерелде, йыйылышҡа күп кеше килгәйне. Ауыл старостаһы Зилә Нурғатина, ветерандар советы Әлфит Мөхөтдинов сығыш яһаны, башҡа граждандар ҙа үҙ фекерен белдерҙе. Йыйылыш һөҙөмтәһендә күпселек тауыш менән Йыланлы ауылынан газ һуҙыу проектын ҡарарға тигән фекергә килделәр. Ауыл йыраҡ урынлашһа ла, был проблеманы хәл итеүҙең берҙән-берюлы булып тора.
Йыйылыш тамамланғас район хакимиәте башлығы ауыл мәҙәниәт йортонда, фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. ФАП-та иң төп проблема - бинала һыуыҡ булыуы. Шамил Радил улы был мәсьәләне контролгә алды.
Читайте нас: