Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллин алып барҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кабинеттар буйлап йөрөп ижади берекмә эшмәкәрлеге менән танышты. Бөгөнгө көндә бында 15 түңәрәккә 750-нән ашыу бала йөрөй. Етәкселәр алдында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Рима Мөхәмәтдинова сығыш яһаны, төп эшмәкәрлек йүнәлештәрен, борсоған проблемаларҙы атаны. Айҙар Ғәйфуллин осрашыу һөҙөмтәләрен барлап учреждениеға яңы эшмәкәрлек йүнәлештәрен булдырыуҙы тәҡдим итте.