Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2019, 15:18

УЛ - ЫСЫН КЕШЕЛЕК ӨЛГӨҺӨ!

Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө.

Ижады, туған телен яҡлап сығыуы, ғөмүмән, тормош асылы менән барыбыҙға өлгө булған арҙаҡлы шәхесебеҙҙе Өфөлә хөрмәтләп иҫкә алдылар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары һәм билдәле әҙиптәр уның ҡәберенә сәскәләр һалды, хәтирәләре, фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин: “Беҙ йәштәрҙе тап Рәми Ғарипов рухында, уның ижады өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ!” – тине. Филология фәндәре докторы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов Рәми ағайҙы уҡытыусыһы булараҡ хәтергә алды, рәхмәттәрен әйтте. Республиканың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шулай уҡ бергә эшләгән йылдары иҫтәлектәрен еткерҙе, журналист һәм әҙәбиәтсе һөнәрҙәренең үҙенсәлектәрен Рәми ағайҙан өйрәнеүен билдәләне.
Шағирә Лариса Абдуллина үҙ сығышында Рәми Ғариповтың милләттең рухи юлбашсыһы булыуы, бары тик уға ғына үҙе арабыҙҙан киткәндән һуң халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев исемендәге премия күмәк көс менән бергәләп юллап алып бирелгәне хаҡында әйтте.
Рәми Ғарипов ижады – ул халҡыңа тоғролоҡ, милләтеңә хеҙмәт, ысын кешелек өлгөһө!
Читайте нас: