Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль 2019, 13:28

ФАП-тар һаны артасаҡ

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл 27 мобиль медицина комплексын һатып алырға ниәтләй.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл 27 мобиль медицина комплексын һатып алырға ниәтләй. Былтыр төпкөл ауылдарҙағы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн 13 комплекс алынған. Бер күсмә пункттың хаҡы – 8,5 миллион һум самаһы.
Әле республикала 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә — ил буйынса алғанда, ике тапҡырға күберәк. Белгестәр булмау сәбәпле, 125 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй, 152-һендә шәфҡәт туташтары ғына эшләй. 72 пункт авария хәлендә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 80% ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан.
Читайте нас: