13 февралгә ҡарата Башҡортостанда 33 мәктәп карантинға ябылған,
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәрҙең күп булыуына бәйле республиканың айырым белем биреү учреждениеларында 60-тан ашыу класта дәрестәр туҡтатылған. Класта йәки мәктәптә ауырыусылар һаны 20% етһә, карантин индерелә.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса а эпидемик сир 46 процентҡа артҡан. Уҙған аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған, уларың 21 меңдән күберәге — балалар.