Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль 2019, 13:29

Ниндәй парҙар йышыраҡ айырылыша?

БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 2018 йылда нисә парҙың һәм бергә йәшәгәндән һуң нисә йыл үткәс айырылышыуҙары тураһында статистика мәғлүмәттәрен иғлан итте.

БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 2018 йылда нисә парҙың һәм бергә йәшәгәндән һуң нисә йыл үткәс айырылышыуҙары тураһында статистика мәғлүмәттәрен иғлан итте.
Былтыр республиканың ЗАГС бүлектәре никахты тарҡатыу тураһында бөтәһе 15 407 акт теркәгән. Унан алдағы йылда 15 568 пар айырылышҡан.
6 104 парҙың ғаилә стажы 5 йылдан аҙыраҡ.
3 906 пар 5-10 йыл йәшәгәндән һуң никахтарын тарҡатҡан.
2 038 пар 10-15 йылдан һуң айырылышҡан.
1 623 пар 15-20 йыл үткәс айырылышырға хәл иткән.
1 736 ғаилә 20 һәм унан күберәк йыл уҙғас тарҡалған.
Уҙған йылда никахтар һаны кәмегән. 12 айҙа 25 388 ғаилә ҡоролған — 2017 йылға ҡарағанда 9,1% аҙыраҡ.
Читайте нас: