Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль 2019, 13:22

Шәп ҡыҙҙар үҫә!

Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбе уҡыусылары 2019 йылды уңыш менән ҡаршыланы.

Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбе уҡыусылары 2019 йылды уңыш менән ҡаршыланы. Ныҡышмал, үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләгән ҡыҙҙар Кесе фәндәр академияһы сиктәрендәге район фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеүгә өлгәшкән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Абдрахманова быйыл конкурсҡа 5-се кластан Аделина Әлхәйҙәрова менән Фирҙәүес Мөхәмәтованы әҙерләгән. Ҡыҙҙар уҡытыусылары менән бергә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә мәҡәлдәр, әйтемдәр һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнгән.
Өҫтәүенә, Фирҙәүескүптән түгел 2007-2008 йылғы ҡыҙҙар араһында 2 км арауыҡҡа саңғыла ярышып (физкультура уҡытыусыһы И. Мөхәмәтова) районда беренсе урын алыуға өлгәшкән.
Дыуан-Мәсетле ҡыҙҙары инглиз телен дә яратып өйрәнә. 6-сы класс уҡыусылары Гөлназ Әлхәйҙәрова менән Гөлнур Ғәйнуллина “Бөйөк Британияла һәм Рәсәйҙә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын үткәреү йолаларының оҡшашлығы һәм айырмаһы” темаһына фәнни-тикшеренеү эшен башҡарған. Инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Әбделмәнова ҡыҙҙар менән ғорурланыуын йәшермәй, ошондай ҙур күләмле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашһалар ҙа, лайыҡлы сығыш яһауҙарына ҡыуана.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: